logo
Филиал муниципального бюджетного учреждения культуры
"Музейное объединение" Муниципального района
Куюргазинский район
Республики Башкортостан
музей Газиза Альмухаметова
Режим работы учреждения:
Понедельник — пятница с 9.00 до 16.00
Суб. — Воскр. выходной

Туған телдең көсө һәм матурлығы

14 декабрь – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ. Ошо уңайҙан барлыҡ усаҡтарҙа саралар уҙғарыла. Беҙ ҙә республика музейҙар акцияһына ҡушылып “Туған телдең көсө һәм матурлығы” исемле сара уҙғарҙыҡ. Сараның ҡунаҡтары – 2-се класс уҡыусылары (уҡытыусылары Ғәлимова А.М.).
Бында Башҡорт теле көнөнөң тарихы, төрлө яҙыусыларҙың туған тел турыһында шиғырҙары, музейҙа һаҡланған башҡорт милли кейемдәре һ.б. менән таныштыҡ, уйындар уйнаныҡ. Сара музей буйлап экскурсия менән тәмәмланды.